Хәүефһеҙлек
4 Марта 2020, 15:35

Ҡоҙоҡта кемдең кәүҙәһе?

Унда, шулай уҡ, монтировка, пакет, таплы балаҫ киҫәге лә булған...

Өфөлә Бер туған Кадомцевтар урамынан йыраҡ түгел канализация коллекторында кеше кәүҙәһе табылған. Был турала UfacityNews.ru хәбәр итә.
Шулай уҡ ҡоҙоҡта монтировка, пакет, ниндәйҙер таптар буялған балаҫ киҫәге лә булған. Һәләк булған кешенең тәнендә күгәргән урындары, яралары тәү ҡарашҡа беленмәй, типхәбәр иткәндәр.
Күрер күҙгә 35 - 40 йәштәр тирәһендәге ирҙең шәхесе әлегә билдәһеҙ, сөнки янында бер документтары ла юҡ.
Эксперттар шулай уҡ ир кешенең 3-4 көн элек йән биргәнлеген асыҡлаған, ләкин әлегә сәбәптәре билдәһеҙ. Типһә тимер өҙөрлөк йәштә аяныслы үлемгә дусар булып, әрәм булған кешене, моғайын да, өйөндә зарығып көтәләрҙер ҙә бит...
pixabay.com
Читайте нас