Саҡмағош районының Яңы Биккенә ауылында бөгөн сафтан сыҡҡан клуб янған.
6 мартта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығына Дуҫлыҡ урамындағы административ бинала төтөн сығып, янғын башланып тороуы тураһында хәбәр килә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, урынға йәһәт кенә ут һүндереүселәр, шулай уҡ Рапат ауыл советынан әүҙемселәр командаһы йүнәлә.
Бәхеткә күрә, ярай әле бер кеше лә зыян күрмәй. Ҡотҡарыусылар янғынды тулыһынса һүндереп, ҡоролмаларҙы ентекле тикшереп, быҫҡып ятҡан ерҙәргә һыу һибеп ҡуя.
"Был бина 2016 йылдан ябылып, ул мәҙәниәт йорто булараҡ эшләмәй ине", - тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов. Хәҙер инде Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә янғындың ни сәбәптән сыҡҡанлығын асыҡларға тура киләсәк.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәтенән.