Хәүефһеҙлек
25 Марта 2020, 13:00

Ташҡын иртәрәк башлана

Ҡариҙел йылғаһы кимәле бер тәүлектә 16 сантиметрға күтәрелгән.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостан йылғалары таша башланы. Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ эргәһендә – бер, Өфө янында – өс, Ҡариҙел кимәле иһә Шаҡшала бер тәүлектә 16 сантиметрға күтәрелгән.
Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ял көндәренә республикала көндәр һиҙелерлек йылыта. Температураның плюс 7 градусҡа етеүе, тимәк йылға-күлдәрҙә һыуҙың да күтәрелеүе күҙаллана.
Белгестәр Башҡортостанда ташҡын ғәҙәттәгенән 8-10 көнгә иртәрәк башлана, Өфө һәм Бөрө янында Ағиҙел нормаға ҡарағанда 50 сантиметрға юғарыраҡ күтәреләсәк, тип белдергәйне.
Фото: yandex.ua
Читайте нас