Баш ҡалабыҙҙа коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында күрелгән саралар ҡәтғиләнә. Ѳфѳ хакимиәте башлығы Ѳлфәт Мостафин ҡушыуы буйынса 30 марттан ҡалала бѳтә парктар, скверҙар, аллеялар ябылды.
Ял итеү урындарына ингән ерҙәрҙә уларҙың ваҡытлыса ябылыуы тураһында иғландар, иҫкәртеү билдәләре ҡуйылған. Парктарҙа, скверҙарҙа ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм полиция хеҙмәткәрҙәре патруллек итә.
Ҡаланың торлаҡ хеҙмәттәре күп фатирлы йорттар янындағы балалар майҙансыҡтарына инеүҙе тыйҙы.
"Хѳрмәтле,ѳфѳләр! Эшләмәгән аҙнала коронавирусты таратыуҙы кәметеү ѳсѳн йортоғоҙҙа ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта биналарҙы даими елләтеп тороу ҙа мѳһим, зарарһыҙландырыусы әйберҙәр менән кѳнѳнә кәмендә бер тапҡыр фатирҙы йыйыштырып тороу кәрәк. Магазинға сығырға мәжбүр булғанда, бер-берегеҙҙән 1,5-2 метр аралыҡта булыу мѳһим. Был кѳндәрҙә йәмәғәт урындарына сыҡмауығыҙҙы һәм ѳйѳгѳҙҙә ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ", - тип мөрәжәғәт иттеләр Ѳфѳ хакимиәтенән.