Хәүефһеҙлек
17 Мая 2020, 05:30

Береһен тапҡандар...

Нуриман районында 24 апрелдә ике балыҡсы юғалды тип хәбәр иткәйнек. Кисә бер мәғлүмәт билдәле булды.

Нуриман районында 24 апрелдә ике балыҡсы юғалды тип хәбәр иткәйнек. Ул саҡта уларҙы күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алмағайнылар. Һәм бына кисә береһе табылған...
"Ике ир апрель аҙағында Павловка ауылында Ҡариҙел йылғаһына балыҡҡа киткән ине. Ял фажиғә менән тамамланды, улар кире ҡайтманы, – тинеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә. – Ҡотҡарыусылар уларҙы эҙләргә тип бер нисә мәртәбә сыҡҡайны. Ирҙәрҙе яр буйлап та, һыу эсенән дә эҙләнеләр, тик һөҙөмтә булманы. 16 майҙа Нуриман районының Кировка ауылы янында урындағы кешеләр уларҙың береһенең, 39 йәшлегенең, кәүҙәһен тапҡан..."
Икенсе балыҡсының, 1985 йылғы ирҙең, кәүҙәһен эҙләү дауам итә.
Фото: utv.ru
Читайте нас