Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июнь 2020, 12:05

Иҫерек олатайға ултырһаң...

Ете йәшлек бала ултырған трактор юлдан осҡас, бер тапҡыр әйләнеп киткән.

Бәхетһеҙ осраҡ күптән түгел Йылайыр районында теркәлгән.
Ете йәшлек малай 59 йәшлек олатаһына тракторға ултырып юлға сыға. Кис водитель техникаһына идараны юғалта һәм юлдан оса. Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, “Т-40” тракторы юлдан осҡас, бер тапҡыр әйләнгән.
“Авария һөҙөмтәһендә ете йәшлек ейән төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Авариянан һуң асыҡланыуынса, олатай кеше иҫерек булған. Тик ул үҙе быны танымай. “Авариянан һуң эстем” тип белдергән ул. Тик бының өсөн дә уға водитель танытмаһын алдырыу язаһы янай.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: