Был фажиғә 14 июлдә Яңы Мораптал – Түлгән юлының 1-се километрында теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ырымбур өлкәһенән 75 йәшлек ир идара иткән “Нива” машинаһы боролошта түңкәрелгән. Һөҙөмтәлә водитель “Ашығыс ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән. Уның эргәһендә ҡатыны булған, ул йәрәхәтләнмәгән. Асыҡланыуынса, өлкән йәштәгеләр туғанын ерләргә китеп барған.