Республика урман фонды биләмәләрендә 20 апрелдән 21 июлгә тиклем 108 янғын теркәлгән. Шул иҫәптән, кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында – 50, баҫыу үртәү һөҙөмтәһендә – ике, башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән –11, йәшен атыуға бәйле – 44, техноген объекттан күскән ут һөҙөмтәһендә бер янғын сыҡҡан. "Ҡыҙыл әтәс"тән 1895,8 гектар йәшел ҡалҡан зыян күргән.
Урмандарҙағы ҡыҙыу нөктәләрҙә эш дауам итә. Уҙған тәүлектә 23,4 гектарҙа барған дүрт янғынды һүндереүгә өлгәшкәндәр: Бөрйән урмансылығының Көньяҡ-Үҙән участка урмансылығында – 20 гектарҙа, Әбйәлил урмансылығының Ҡаҙмаш участкаһында – 1,5 гектарҙа, Буранғол участка урмансылығында – 1,6 гектарҙа, Учалы урмансылығының Өргөн участка урмансылығында 0,3 гектарҙа.
Әлеге көнгә ҡарата Әүжән урмансылығының Үҙән участка урмансылығында – 722,3, Әбйәлил урмансылығының Ҡаҙмаш участка урмансылығында – 7,8 һәм 1 гектарҙа уттың таралыуын туҡтатыуға өлгәшкәндәр. Йәғни 731 гектар майҙанды тәшкил иткән ут локалләштерелгән.
Шул уҡ ваҡытта ике урман янғынын әлегә ауыҙлыҡлай алмайҙар: Бөрйән урмансылығындағы Нөгөш участка урмансылығында – 17 гектар һәм Әүжән урмансылығының Үҙән урмансылығында 3 гектар майҙанда яныу дауам итә.
22 июндән алып республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Ошоға бәйле урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 –шылтыратығыҙ.