Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Август 2020, 14:30

Тағы бер йәш ғүмер өҙөлдө

Өс бала атайһыҙ ҡалды...

19 августа Өфө районының Бурцево ауылы эргәһендәге аварияла 43 йәшлек Шамонин ауылы кешеһенең ғүмере өҙөлгән.
Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, танытмаһыҙ Hyandai Sonata автомобиленә идара иткән водитель киске ундарҙа Toyota Dyna автомобиле менән бәрелешкән.

"Автоһәләкәттә Hyandai водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ үлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында шулай уҡ Toyota-лағы 29 йәшлек пассажир зыян күргән, ул дауаханала", тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.

Тәүлек эсендә республикала ун авария теркәлеп, ике кеше үлгән, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас в