Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Август 2020, 15:10

Баш ҡала урамдарында хәүефһеҙме?

“Трактор” операцияһы һөҙөмтәләре уйланырға мәжбүр итә.

Башҡортостан Хөкүмәтенең июндәге махсус ҡарарына ярашлы, 13 июлдән республикала үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу ваҡытында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Трактор” операцияһы барҙы.


Айлыҡ барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү идаралығының район-ҡалаларҙағы бүлексәләре инспекторҙары даими рәүештә рейдҡа сыҡты. Уларҙың береһендә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.


“Трактор” айлығының маҡсаты – тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл төҙөлөшө һәм башҡа маши­на­ларҙы, шулай уҡ уларҙың тағыл­маларын файҙаланғанда кеше­ләрҙең ғүмеренең, һаулығының һәм милегенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡ­лау. Уның барышында үҙйө­рөшлө машиналарҙың һәм улар­ҙың тағылмаларының төҙөклө­гөнә, кешеләрҙең машина менән идара итеүгә рөхсәт мөҙҙәтенә айырыуса иғтибар бирелә.
...Рейд иртә менән башланды. Сара Өфө ҡалаһы буйынса дәү­ләт инспекцияһы хеҙмәт­кәр­ҙәре һәм баш ҡаланың ЮХХДИ инс­пек­торҙары ҡатнашлығында уҙҙы.
– Өфө кеүек ҙур ҡалала бындай сараларҙы иртә менән ойошто­рорға кәрәк, сөнки техни­каның төп өлөшө ошо мәлдә эшкә тотона. Был иһә инспек­торҙарға уларҙың сафҡа ниндәй хәлдә сығыуын, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен үтәүгә әҙерлеген тикшереү өсөн уңайлы, – ти Өфө ҡалаһы буйынса дәүләт инспекцияһы бүлеге начальнигы Иршат Мағазов.
Беҙ рейдҡа сыҡҡан көндө иртәнән ҡойоп ямғыр яуа ине. Баш ҡаланың Салауат Юлаев прос­пектында автомобилдәр хәрәкәте бер минутҡа ла туҡ­тамай – һәр кем эше менән ҡай­ҙалыр ашыға. Тракторҙар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. ЮХХДИ инспекторы “тимер ат”ты туҡтатҡас, дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшкә тотона – документтарын тикшерә, техниканың төҙөклөгөн ҡарай. Инспекторҙарҙың был транспорт хужаһына дәғүәһе булманы, йәғни тракторҙың документтары теүәл. Был тракторсының шәхси транспорты икән. Уның техникаһын ҡарап тотоуы әллә ҡайҙан күренеп тора.
Ул ҡуҙғалып та өлгөрмәне – икенсе “тимер ат”ты туҡтаттылар. Уның хужаһы был тиклем кешене күреп, аптырап китте, “Трактор” операцияһы барыуы хаҡында белмәгән. Тикшереүселәрҙең иһә тракторсыға ла, техникаға ла дәғүәһе булманы. 29 йәшлек егет менән беҙ ҙә аралаштыҡ.
– Инде ун йыл үҙйөрөшлө техникаға идара итәм, бер ниндәй ҙә штраф һалғандары, шелтә биргәндәре булманы. Әле “АРТП” йәмғиәтендә эшләйем. Ундағы техника тулыһынса тиерлек яңы, ваҡытында техник күҙәтеү үт­кәреп, ҡарап тоталар. Шуға яңы трак­торҙа эшләүе лә күңелле. Әле Дим биҫтәһенә төҙөлөшкә эшкә китеп барам, – тине Руслан Скобелев.
Әйткәндәй, шуға ла иғтибар иттем: трактор кабинаһының эсе таҙа, үҙе иһә унда аяҡ кейемен сисеп кенә инә. “Күрәһегеҙме, хәҙерге заманда беҙҙең тракторсылар ниндәй шарттарҙа эшләй”, – ти Иршат Мағазов.
Шулай итеп, рейд барышында инспекторҙар бик күп тракторҙы тикшереүгә өлгәште. Әлбиттә, араларында законды теүәл үтә­гәндәре лә, шулай уҡ яуапһыҙ ҡарағандары ла бар ине.
Дөйөм алғанда, Өфө ҡалаһы буйынса дәүләт инспекцияһы бүлеге инспекторҙары “Трактор” операцияһы барышында 18 тапҡыр рейдҡа сыҡты. Уларҙа 182 техника берәмеге тикше­релгән, шул иҫәптән 33 шәхси трактор, ә ҡалған 149-ы төрлө предприя­тиеларға ҡараған. Әйт­кәндәй, уларҙа дәүләт инспек­торҙары менән берлектә рес­публиканың Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министр­лығынан – 13, ЮХХДИ һәм ҡалған хеҙмәттәрҙән 25 хеҙмәткәр ҡатнашҡан.
Махсус саралар барышында 13 тракторсының хәүефһеҙ хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен үтәмәүе асыҡланған, уларҙың өсәүһе ябай граждан булһа, унауһы – пред­приятиеларға ҡараған транспортта хәрәкәт иткән тракторсылар. Юлға сыҡҡан тракторҙарҙың берәүһенең техник торошо техник хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән, ә өс үҙйөрөшлө транспорт техник күҙәтеү үтмәйенсә файҙаланылған, шул иҫәптән шәхси хужалыҡҡа ҡараған ике “тимер ат”.
Рейдтар барышында трактор менән идара иткән дүрт кешенең тракторсы-машинист танытмаһы булмай сыҡҡан. Етмәһә, уларҙың икәүһе предприятиеға ҡараған техника менән идара иткән. Был танытмаһы булмаған кешене юлға сығарып ебәргән ойошма етәкселегенең яуапһыҙлығы тураһында һөйләй түгелме?
Шуны ла әйтергә кәрәк, тракторсы танытмаһы булыуы теләгән бер техникаға идара итеү хоҡуғын бирмәй, тик айырым транспорт төрөнә ҡарата категорияһы булғандар ғына тәғәйенендә йөрөй ала. Был рейдтар барышында инспекторҙар ун кешенең тейешле категорияһы булмайынса идара итеүен асыҡлаған.
Махсус операциялар ваҡы­тында Өфө ҡалаһында теркәү номерһыҙ – ике, техник күҙәтеү үтеү тураһындағы таныҡлыҡһыҙ – биш, страховка полисы бул­маған өс трактор файҙа­ла­нылыуы асыҡланған.
“Трактор” операцияһы сиктә­рендә уҙғарылған рейдтар һөҙөм­тәһендә бөтәһе 37 кеше административ яуаплылыҡҡа тартты­рылған, шул иҫәптән вазифалы 11 кеше, 30 тракторсы-машинист, 11 ябай граждан. Административ тәртип боҙоуҙар тураһында 52 протокол төҙөлгән, 37 штраф һалынған.
Был бер ҡалала уҙғарылған рейдтарҙың 1 авгусҡа ҡарата һө­ҙөмтәһе, ә республика буйынса хәүефһеҙ хәрәкәт итеү ҡағиҙә­лә­рен боҙған күпме трактор­сының, техниканың йөрөп ятыуы уйға һала.
Бер кеше социаль селтәрҙә: “Тапҡандар тикшерер ваҡыт, уңыш йыйған мәлдә. Ҡыш тик­шер­һен­дәр”, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп яҙған ине. Нәҡ ошо мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу осоронда техника күпләп файҙа­ланыла һәм хәүеф сығанағы булып тора. Быйыл йәй миҙгелендә тракторға бәйле аварияларҙа кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле осраҡтарҙың артыуы ла ошондай иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәле булыуы, йышыраҡ ойоштороу зарурлығы тураһында һөйләй.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в