Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Февраль 2021, 23:00

Икәүләп янып үлгәндәр...

Ауылға бөгөн таң менән бәлә килде...

25 февралдә Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында ағас йорт янып китеп, ҙур фажиғәгә еткергән - ике кеше һәләк булған. Бәлә уларҙы таң менән килеп баҫҡан - Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары алтынсы яртыларҙа янғын тураһында хәбәр алғас та килеп еткән.
Асыҡ утты һүндереүгә 19 кеше йәлеп ителгән, уны 55 минут эсендә баҫыуға өлгәшкәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙлек 65 йәшлек ирҙең һәм 61 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙгән.
Әлеге мәлдә аяныслы ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.
Ҡышҡы осорҙа мейес, газ менән үтә һаҡ эш итергә, ҡарауһыҙ асыҡ утты ҡалдырмаҫҡа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, өйҙә тәмәке тартмаҫҡа кәңәш ителә. Тағы ла ошондай һәләкәттәрҙән, аңғармаҫ бәләләрҙән ҡурсаланыу өсөн йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма мотлаҡ булырға тейеш, ти белгестәр.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас: