Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Март 2021, 20:45

Грейдерға бәрелеп йәш ҡатын үлде...

Баймаҡта үлемесле авария булды, тип иртән генә яҙғайныҡ. Әле тағы ошо район юлындағы ҡот осҡос хәл тураһында хәбәр килде...

Баймаҡта үлемесле авария булды, тип иртән генә яҙғайныҡ. Әле был район юлындағы тағы бер ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр ителде. Асыҡланыуынса, унда 40 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Юл-транспорт һәләкәте иртәнге сәғәт 11-ҙә Магнитогорск - Ира юлының 110-сы километрында теркәлә. "Лада Ларгус" еңел автомобиле юл ситендә туҡтап ултырған автогрейдерға барып бәрелә. Был фажиғә тураһында республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итә.
Еңел автомобилгә Ейәнсура районында йәшәгән ҡатын идара иткән. Бәрелештән ул бик ауыр йәрәхәттәр алған һәм шул урында йән биргән. Әле был хәлде тикшереү бара. Автогрейдер водителе, 53 йәшлек ир, йәрәхәтләнмәгән.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Тейешле тиҙлекте арттырмай, дистанция һаҡлап йөрөү күп бәләләрҙән аралар. Айырыуса ҡышҡы юлда һеҙҙән ҙур яуаплылыҡ, иғтибар талап ителә. Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: