Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2021, 21:30

Янғында үҫмер үлгән...

Бөгөн төндә Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылында фажиғәле хәл теркәлде.

Янғында үҫмер үлгән...
Янғында үҫмер үлгән...

Бөгөн төндә Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылындағы шәхси йорттарҙың береһендә янғын сыға. Урынға шунда уҡ ут һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар саҡырыла.

Беренсе булып райондың ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етә. Ул саҡта ут йортто тулыһынса ялмап алған була. Урында газ һәм төтөндән һаҡлау хеҙмәте звеноһына ла эшләргә тура килә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан янғын һүндереүҙә туғыҙ кеше, өс берәмек техника ҡатнаша.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан бар. Утты һүндергәс, янғын һүндереүселәр емереклектәр араһынан 2006 йылғы үҫмерҙең кәүҙәһен таба.

“Янғындың сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөм һәм беҙҙең ведомствоның тәүтикшереүселәре асыҡларға тейеш. Урында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үткәрелә”, – тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтерә! Ут менән ипләп эш итегеҙ, ятҡан ерҙә тартмағыҙ, йорттағы электр сымдары торошон тикшереп тороғоҙ, газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.

Янғын сыҡһа, шунда уҡ 112 телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: