Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Октябрь 2021, 21:00

Атаһы сыға алмай ҡалған...

Фажиғә булған биләмәлә ике өй урынлашҡан: береһендә зыян күреүсе йәшәгән, икенсеһендә - уның 38 йәшлек улы. Ут улының соланында башланған тип фаразлана

Атаһы сыға алмай ҡалған...
Атаһы сыға алмай ҡалған...

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Алексеевка ауылында бер ҡатлы ағас өй янып, кеше һәләк булған. Был турала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Торомбаштар араһында - өй ишеге ауыҙында - ҡотҡарыусылар 68 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһенә юлыға.


Фажиғә булған биләмәлә ике өй урынлашҡан: береһендә зыян күреүсе йәшәгән, икенсеһендә - уның 38 йәшлек улы. Ут улының соланында башланған тип фаразлана.
Тикшереүселәр асыҡлауынса, 9 октябрь мәрхүм ир электр уты үткәреү маҡсатында үҙ өйөнән улының ағас соланына сым һуҙған. Ә төнөн, барыһы ла йоҡлаған ваҡытта, шул урында янғын сыҡҡан да инде. Төтөндө иң беренсе улының никахһыҙ йәшәгән ҡатыны һиҙеп килеп торған һәм ирен уятҡан, ә ул - ҡалғандарҙы... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай кеше әжәлдән ҡотола алмаған.


38 йәшлек ир ҙә зыян күргән - тәҙрәнән сыҡҡанда йәрәхәтләнгән, әмммә дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.


Фото: news.myseldom.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: