Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2021, 14:00

Өс балаһы етем ҡалған...

Ҡурҡыныс аварияла һәләк булған ирҙе яҡташтары тик изге һүҙҙәр менән хәтерләй.

Өс балаһы етем ҡалған...
Өс балаһы етем ҡалған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала әле һаман үлемесле авариялар һаны кәмемәй. Киреһенсә, ҡыш башланып торған мәлдә улар артып китеүсән. Һуңғы көндәрҙә лә кешеләр һәләк булған юл-транпорт ваҡиғалары бермә-бер күбәйҙе.

Шуларҙың береһе Салауат районында булды. Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Ункурда автомобиль юлында “Лада Ларгус” менән “Форд Мондео” машиналары бәрелешә. Сит ил автомобилендә 23 йәшлек егет менән 24 йәшлек ҡыҙ ултырған. Улар ауыр йәрәхәттәр алған. Һәләк булған ир “Лада Ларгус” рулендә булған.

“На земле Салавата” район баҫмаһы һәләк булған ирҙең кемлеген асыҡлаған. Ул - Лағыр ауылы кешеһе Йәлил Фәхретдинов. Ир ауыл биләмәһе депутаты, фермер хужалығы башлығы булып сыҡҡан. Шулай уҡ өс бала атаһы ла. Уға октябрь айында ғына 50 йәш тулған булған.

Яҡташтары уны тик яҡшы яҡтан хәтерләй. Ул яҡташтары өсөн бик күпте эшләп өлгөргән: ауыл биләмәһендә юлдарҙы төҙөкләндергән, фермер хужалығы менән шөғөлләнгән һәм магазинға идара иткән.

– Ул бик изге, яҡшы, ярҙамсыл кеше ине, бик йәл, – тип яҙа уның тураһында яҡташтары.

Фото: "На земле Салавата". 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: