Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда йәнә һауа шарттары боҙолдо. Күп кенә райондарҙа буран сыҡты, ямғыр ҡатыш ҡар яуа, көслө ел иҫә. Был, әлбиттә, юлдарҙағы хәлдәрҙе ҡатмарлаштыра. Ял көндәре ашығыс хеҙмәттәр халыҡты ҡабат-ҡабат киҫәтте: юлда буран, һауа шарттары насар, мөмкин булһа үҙегеҙ йәшәгән ҡала һәм ауылдарҙан сыҡмағыҙ.
Әммә кеше йөрөмәй торамы инде. Бер мәл төрлө яҡтан хәбәрҙәр килә башланы ла: йә кешеләр балалары менән юлда батҡан, йә авариялар булған. Ә иң үкенеслеһе, Иглин районында үлемесле авария теркәлде.
Йәкшәмбе туғыҙҙар тирәһендә М5 трассаһының 1514-се километрында, Иглин районында “ДАФ” йөк машинаһы менән “Рено Дастер” автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтә аяныслы, аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Улар икеһе лә “Рено” пассажирҙары. Водитель ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Урында полиция, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа оператив хеҙмәттәр эшләне, уларға был аварияның сәбәптәрен асыҡларға кәрәк.
Хәбәр итеүҙәренсә, был аҙна дауамында һауа торошо тотороҡло булмай. Шулай уҡ буран сығыу хәүефе ҙур. Ҡыш көнө алыҫ юлдарҙа йөрөүө һәр ваҡыт хәүеф менән бәйле, ә буран ваҡытында, был бермә-бер арта. Шуға күрә, әгәр мөмкинлек бар икән, ысынлап, юлға сыҡмау күпкә яҡшыраҡ. Ә инде бармай булмаһа, һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк. Иң мөһиме, тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙ дистанция һаҡларға, ҡапыл маневрҙар яһамаҫҡа.
Фото: ЮХХДИ.