Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Март 2022, 23:00

Биш кеше зыян күргән...

Әбйәлил районында 56 йәшлек ирҙе тапатҡандар, ә Кушнаренкола автобус аварияға осраған.

Биш кеше зыян күргән...
Биш кеше зыян күргән...

Белорет районында биш кеше зыян күргән юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Авария киске сәғәт етенсе яртыла Өфө – Инйәр – Белорет юлының 112-се саҡрымында булған.

“Lada Largus” менән “Renault logan” автомобилдәре берелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше йәрәхәт алған, шул иҫәптән бер бала. Авария сәбәптәре асыҡлана.  

4 мартта иһә Әбйәлил районында Стәрлетамаҡ – Белорет – Әбйәлил автомобиль юлының 276-сы саҡрымында Силәбе өлкәһенән “ГАЗель” йөк автомобиле 56 йәшлек ирҙе тапата. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле ваҡиға урында һәләк булған. Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүле юл уртаһында китеп барған, кейемендә утты сағылдырыусы элементтар булмаған. 

Шулай уҡ 4 мартта 10.30 сәғәттә Кушнаренко районында “ПАЗ” пассажир автобусы менән “ДЗ-108А” автогрейдеры бәрелешә. Улар икеһе лә бер йүнәлештә китеп барған. Авария һөҙөмтәһендә вахта автобусы водителе медицина ярҙамына мөрәжәғәт иткән. Автобус салонында ике кеше булған.

Ғөмүмән, 4 мартта республика юлдарында алты авария теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше йәрәхәтләнгән. Әлбиттә, был ваҡиғаларҙа һауа торошо ғына ғәйепле түгел, ә водителдәрҙең яуапһыҙлығы ла сәбәпсе. Ҡайҙалыр ашығабыҙ, талпынабыҙ, ә уның һөҙөмтәһе тураһында уйлап та бирмәйбеҙ.

Әле һауа торошоң ҡапыл үҙгәреүе юлдарҙа хәүефте тағы ла арттырҙы. Бындай ҡарлы-буранлы көндәрҙә юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәрәктер. Ғәҙәттә, 8 Март байрамына ҡарай һәр саҡ һауа торошо боҙолоусан, шуға ла алыҫ юлға сығырға ярамай, мохтажлыҡ булмағанда, бөтөнләй автомобилдә йөрөмәй тороу хәйерлерәктер.

Ә инде юлға сыҡһағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәрҙән тыйылығыҙ. Онотмағыҙ: һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә башҡа кешеләр – пассажирҙар, икенсе автомобилдә китеп барған водителдең һәм уның пассажирҙарың, йәйәүлеләрҙең ғүмере өсөн дә яуаплыһығыҙ.

Юлығыҙ имен булһын!

Фото: Башҡортостандың ЮХХИ идаралығы.

Биш кеше зыян күргән...
Биш кеше зыян күргән...
Биш кеше зыян күргән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: