Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Март 2022, 12:10

Мәскәүҙә дүрт яҡташыбыҙ һәләк булған

Байрам көнө уларҙың ғаиләһенә ҙур ҡайғы килтерҙе. 22-45 йәшлек ир-егеттәр... 

Мәскәүҙә дүрт яҡташыбыҙ һәләк булған
Мәскәүҙә дүрт яҡташыбыҙ һәләк булған

Кисәге байрам көнө Башҡортостанда йәшәгән дүрт ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе. Мәскәү ҡалаһында дүрт яҡташыбыҙ һәләк булған, был турала баш ҡаланың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

“8 март көнө таң менән Мәскәүҙең көнсығышында урынлашҡан көнкүреш бинаһында дүрт эшсенең үле кәүҙәһе табылған. Улар төҙөүселәр булған. Фажиғәлә үлтереү эҙҙәре юҡ”, – тип хәбәр итә Тәфтиш комитеты вәкиле Юлиә Иванова.

Үлем сәбәбе, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бинаны йылытыу өсөн ҡорамалды һаҡһыҙ файҙаланыуҙа. 

“МК” баҫмаһы асыҡлауынса, 22 йәшлек Алмаз, 23 йәшлек Алексей, 37 йәшлек Артур һәм 45 йәшлек Станислав һәләк булған. Улар бөтәһе лә Башҡортостандан, Шишмә ҡасабаһында йәшәгәндәр.

Бер төҙөүсе иҫән ҡалған. Уның белдереүенсә, байрам көндө улар иҫерткес эсемлектәр эскән. Бүлмәлә коньяҡ һәм һыра шешәләре табылған. Ирҙең әйтеүенсә, ул газ еҫен һиҙмәгән, ни бары башы ауыртҡан. Шулай ҙа фажиғә урынынан 50 литр һыйҙырышлы баллон һәм йылылыҡ пушкаһын алғандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төҙөүсе ирҙәр йоҡлаған саҡта һөрөм газы менән ағыуланған. Иҫән ҡалған ирҙе уның бик ваҡытлы тышҡа сығыуы ҡотҡарған.

Был ваҡиға буйынса әле тикшереү эше бара. Һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: