Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бөгөн дә янғын осраҡтары теркәлде.
Мәҫәлән, көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә Бөрйән районының Мәһәҙей ауылындағы бер йортта ут сыға. Ваҡиға урынына тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Байназар ауылының ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 7×6 метрлыҡ ағас йорт һәм веранда яна. Бәхеткә күрә, өйҙә кешеләр булмай, улар туғандарына ҡунаҡҡа киткән була. Ошо рәүешле дүрт балалы ишле ғаилә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Малайҙарға 14, 12, 8 һәм 6 йәш. Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге реквизиттар буйынса аҡса күсерә ала:
2202 2018 2822 6494 (Зилиә Азамат ҡыҙы Х.)
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Кеше ҡайғыһына битараф ҡалмаһаҡ ине.
Фото: "Башинформ".