Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2022, 19:30

Архангелдә ҡапыл һыу ташҡан...

Көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер.

Архангелдә ҡапыл һыу ташҡан...
Архангелдә ҡапыл һыу ташҡан...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнсәк Архангел районының Уҫаҡлы ауылында Баҫыу йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, туғайҙы һыу баҫа.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө сыға, шулай уҡ Баҡалды ауылы биләмәһенән ике экскаватор йәлеп ителә.   

Ауыр техника ярҙамында тығынды бөтөрөү буйынса эштәр башҡарыла. Һыу кимәле яйлап төшә. Ауыл халҡын ихаталар буйлап йөрөп иҫкәртеп сыҡҡандар. Көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер. Әле бында йәшәгәндәрҙең ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янамай.

Күреүебеҙсә, ташҡын беҙ көткәндән алданыраҡ башланды. Быға һауа торошо ла булышлыҡ итә – ямғыр яуа, көндәр ҙә ҡапыл йылытты. Шуға ла көтөлмәгән хәлдәргә әҙер торорға кәрәк.

Фото: @mchsrb

Архангелдә ҡапыл һыу ташҡан...
Архангелдә ҡапыл һыу ташҡан...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: