Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Апрель , 21:00

Йылға-күл буйҙарында - үлем осраҡтары...

Шаһиттар һөйләүенсә...

Йылға-күл буйҙарында - үлем осраҡтары...
Йылға-күл буйҙарында - үлем осраҡтары...

10 апрелдә Башҡортостандың ашығыс хеҙмәттәренә һыуҙа кеше кәүҙәһе барлығы тураһында мәғлүмәт килгән. "Башинформ" агентлығына бер шаһит һөйләүенсә, Березовка йылғаһы буйлап йөрөп ятҡан урындағы кешеләр һыуҙа мәйет күргән. Тап улар полицейскийҙарҙы саҡыртҡан да инде.

Хоҡуҡ һаҡсылары һыу ятҡылығынан үле кәүҙәне тартып сығарған. Әлегә уның кемлеге билдәһеҙ. Тәфтишселәргә хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен тикшерәһе бар.

Унан алда шул уҡ көндә Салауат ҡалаһы эргәһендә балыҡсыны боҙ киҫәге ярҙан алыҫҡа алып китеүе һәм уға ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәк булыуы тураһында яҙылғайны. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр иткән.

Уҙған ял көндәре Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында ла ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен  тапҡандар. Шаһиттар һөйләүенсә, ул яр буйлап китеп барғанда йылғаға ҡолап төшкән һәм үҙаллы сыға алмаған. Кәүҙәне һыу эсенән сығарып, полицейскийҙар уны суд-медэкспертизаға ебәргән. Тикшереү бара. 

Һыу ятҡылыҡтарының хәүефлегә әйләнгән сағы, һаҡ булайыҡ, бигерәк тә балаларҙың үҙҙәрен генә йылға-күлдәргә яҡын ебәрмәйек.

Фото: bashnews.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в