Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель 2022, 16:00

Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...

Был ял көндәрендә лә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәтелгән режимда эшләй, рейдтар уҙғара. Юлдарығыҙ имен булһын!

Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...

Яҙ, юлдар асылды, хәүефһеҙ хәрәкәт итеү мөмкин, әммә республика юлдарында бының киреһе күҙәтелә.

Төндә Әбйәлил районында Ташбулат – Байым – Озерное юлында боролошта “ВАЗ-2110” автомобиле түңкәрелә. Уның 22 йәшлек водителе дауаханаға алып китеп барғанда йән бирә.

Кисә Благовещен районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 71-се саҡрымында УАЗ “Патриот”, бензин ташыған “КамАЗ” һәм “Skania” йөк автомобилдәре бәрелешә. “КамАЗ” автомобиле водителе шунда уҡ һәләк була. Мәғлүм булыуынса, машинаның цистернаһы буш булған.

Кисә 18.00 сәғәттә Благовещен районы биләмәһендә, Өфө – Яңауыл юлында, “Skoda Superb” һәм “Hyundai Accent” автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике транспорттың водителдәре лә, шулай уҡ “Hyundai Accent”тағы ике бала дауаханаға оҙатылған.

Шулай уҡ кисә Салауат ҡалаһының Беренсе май урамында ете йәшлек бала электр самокатында сүп-сар ташыған йөк автомобиле аҫтына барып инә. Видеяҙмала күренеүенсә, йөк автомобиле ҡуҙғалып ҡына өлгөрә, һул яҡтан малай үҙе машина алдына сыға. Әле был хәл буйынса ла тикшереү бара.

Ғөмүмән, был хәл хәҙер юлдарҙа самокаттарға бәйле ваҡиғаларҙың башланыуына беренсе иҫкәртеү ҙә булып тора. Бәләкәй баланы күҙәтеүһеҙ ошондай хәүефле транспортҡа ултыртып сығарып ебәргән ата-әсәне бер нисек тә аңлап булмай...  

14 апрелдә лә республика юлдары тыныс булманы – ун авария теркәлде, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлдө, 12-һе төрлө йәрәхәттәр алды. Дәүләт автоинспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 1700-ҙән ашыу осраҡты асыҡлаған, 35 эскән водителде тотҡан.

Шул иҫәптән Өфөлә үткәүелдән сығып барған ҡатынды һәм ике баланы бәрҙергәндәр. “Volkswagen Jetta” автомобиле водителе уларҙы үткәреү өсөн туҡтаған, әммә уның үҙен арт яҡтан “Kia Sorento” килеп төкөткән. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр зыян күргән.

Белорет районы биләмәһендә, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 241 саҡрымында, боролошта, билдәһеҙ водитель “ВАЗ-2110” автомобилендә ауҙарыла һәм үҙе ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Авария һөҙөмтәһендә 26 йәшлек пассажир һәләк була, икенсеһе - 42 йәшлек ир - дауаханаға оҙатыла. Аҙаҡ асыҡланыуынса, рулдә 26 йәшлек егет булған. Етмәһә, уның водитель танытмаһы ла юҡ, эскән килеш рулгә ултырған. Әлбиттә, бының өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләйәсәк – үҙ яҙмышын селпәрәмә килтерҙе, кеше үлеменә сәбәпсе булды. Ә кем ғәйепле?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ял көндәрендә лә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәтелгән режимда эшләй, рейдтар уҙғара. Сара юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған, эскән водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: @bash_gibdd.

Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: