17 апрелдә 22.30 сәғәттә М-5 “Урал” автомобиль юлының 1507-се саҡрымында “Chevrolet Niva” водителе республика ЮХХДИ идаралығы юл патруле хеҙмәтенең айырым батальоны инспекторы, өлкән лейтенант Рәфис Хәйретдиновты бәрҙерә. Инспектор үҙ бурысын үтәгән була.
Юл транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 32 йәшлек инспектор төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, әммә уны табиптар ҡотҡара алмай.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, ЮХХДИ идаралығы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре Рәфис Хәйретдиновтың туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ҙур ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерә.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайты.