Башҡортостанда автоледи ике пассажиры менән юл һәләкәтенә тарығандан һуң ваҡиға урынына ҡасҡан.
Кисә Белорет - Өфө - Инйәр юлында 24 йәшлек водитель юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. "Иж" рулендәге йәш ҡатын һулға боролған саҡта идараны юғалтҡан һәм, машина юлдан ситкә осоп, түңкәрелеп киткән. Ҡатын емерелгән машинанан үҙаллы сыҡҡан һәм ике пассажирына ярҙам күрһәтер урынға ваҡиға урынынан ҡасҡан.
Аварияла 24 һәм 42 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар зыян күргән. Уларҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән Белорет үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар.
БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡасҡан водитель ҡатындың ҡайҙалығын асыҡлау эше бара. Уның медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәгәне билдәле. Водителдең шәхесе пассажирҙарҙың һүҙҙәре буйынса асыҡлана.
Юл һәләкәтенә сәбәпсе ҡатындың Учалынан икәне билдәле. Машина документтар буйынса уға теркәлмәгән.
Фото: bash.news