Башҡортостан Хөкүмәтенең 29 апрелдәге 399-р бойороғона ярашлы, 1 майҙан урман фонды билмәләрендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү, һүндереү үҙәгенең урман янғыны станциялары һәм урман хужалыҡтары “Юғары әҙерлек” режимына күсә.
Муниципаль район-ҡала округтары хакимиәттәренә янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса түбәндәге сараларҙы үтәү тәҡдим ителә:
– урманда, йылға-күл буйҙарында усаҡ, баҡса участкаларында усаҡ яғыуҙы, үлән үртәүҙе, ер участкаларында, урман янында сүп-сар яғыуҙы тыйырға;
– ҡаты коммуналь һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын (сүп-сарҙы), шул иҫәптән автомобиль һәм тимер юлы ситтәрендә тимер юлы шпалын, ҡырҡынды ҡалдыҡтарын яғыуҙы тыйырға;
– ауыл хужалығы ерҙәрендә үлән яғыуҙы тыйырға, ҡый үләндәре үҫеүҙән һаҡларға, уларҙа ваҡытында бесән сабыуҙы ойошторорға һәм башҡалар.
Ағас әҙерләгән, башҡа урман эштәре менән шөғөлләнгән урман участкалары ҡуртымсыларына янғынға ҡаршы махсус миҙгелдә ҡуртымда булған участкаларҙа патруллек ойошторорға һәм янғынға ҡаршы сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә.
Бойороҡ янғын хәүефе осоро тамамланғансы көсөндә ҡала.
Махсус режимды боҙғандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған, штраф һалына.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикала урман фонды ерҙәрендә 18 янғын теркәлгән, уларҙың бөтәһе лә һүндерелгән.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.