Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май 2022, 20:00

Вахталағы атаһының машинаһын алып сығып китеп...

Һәләк булған егеттәрҙең кемлеге асыҡланды.

Вахталағы атаһының машинаһын алып сығып китеп...
Вахталағы атаһының машинаһын алып сығып китеп...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, май башланыу менән үлемесле авариялар бермә-бер артты. Иң аяныслыһы - уларҙа кешеләр күпләп үлә. Бер юлы бишәү, өсәү, икәү... Кисә кис Дүртөйлө районында булған аварияла ла бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Унда йәп-йәш егеттәр һәләк булды.

Хәбәр итеүебеҙсә, авария Дүртөйлө – Борай юлының 21-се километрында булғайны. Унда киске сәғәт ун тирәһендә “Лада Гранта” машинаһы “КамАЗ”ға барып бәрелә. Рулдәге 20 йәшлек егет һәм янында ултырған 19-ар йәшлек дуҫтары урында һәләк була. 48 йәшлек “КамАЗ” водителе иҫән-һау. Уның белдереүенсә, еңел машина ҡаршы һыҙатҡа ҡапыл килеп сыҡҡан. Сәғәтенә 40-50 километр тиҙлек менән барған йөк машинаһы водителе тормозға баҫа, әммә тиҙ килгән “Гранта” барыбер килеп бәрелә.

“КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған. Рулдә Әңгәсәк ауылынан 20 йәшлек Алексей булған. Шуныһы, егеттең водитель таныҡлығы юҡ. Янында 19 йәшлек Никита менән Александр ултырған. Егеттәр яҡшы дуҫтар булған, буш ваҡыттарын гел бергә үткәргәндәр.

“Алексейҙың атаһы эшкә вахтаға киткән. Егеттәр йөрөп килер өсөн уның машинаһын алған. Бына йөрөгәндәр ҙә... Был хәл бөтәбеҙҙе лә ныҡ шаңҡытты”, – тигән һәләк булғандарҙың береһенең туғаны.

Ауылдаштары егеттәрҙе тик яҡшы яҡтан хәтерләй. Ипле, ихлас, изге күңелле булғандар. Кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙамға килгәндәр.

Йәштәрҙе иртәгә тыуған ауылдарында ерләйәсәктәр.

Ата-әсәләре, яҡындары өсөн ни тиклем ҙур ҡайғы... Йәшлектәре менән уйламайыраҡ эш иткәндәрҙер егеттәр. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Тәжрибәле водителдәр ҙә яңылышлыҡ менән аварияға тарып тора. Юлға сығаһың икән, бөтә хәлдәргә лә әҙер булырға кәрәк. Иң мөһиме - ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү. Улар ябай һәм таныш: тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанция һаҡларға, уҙышҡа сыҡҡан саҡта бик иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә. 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: