Бөгөн иртән Башҡортостанда үлемесле авария теркәлә. Өфө – Яңауыл юлының 69-сы километрында, Благовещен районында өс машина: Daewoo Nexia, Mitsubishi Pajero һәм ГАЗель бәрелешә. Daewoo Nexia машинаһы руле артында ултырған водитель ир авария урынында йән бирә. ГАЗелдәге өс кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ГАЗелдә армияға саҡырылған егеттәр ултырған. Улар Өфөләге саҡырыу пунктына йүнәлгән булған.
Урынға ҡотҡарыусылар, полиция һәм табиптар саҡырыла. Ҡотҡарыусылар үлгән ирҙең кәүҙәһен машинан саҡ һөйрәп сығара. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлау бара.
Фото: МЧС.