Башҡортостанда 18 йәшлек водитель йәйәүлене бәрҙергән. Фажиғә төн уртаһында Бәләбәй – Усень-Ивановка автомобиль юлының беренсе километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2110 рулендәге 18 йәшлек егет ҡаршы яҡҡа китеп барған 39 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Бәрелеш көслө булған, унан һуң машинаның алдағы тәҙрәһе ватылған һәм ҡыйығы йәмшәйгән.
– Ир "Ашығыс ярҙам" машинаһында йән биргән. Билдәле булыуынса, һәләк булған кеше яҡтылыҡты кире ҡайтарғыс билдәләрһеҙ ҡара кейемдә булған. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү башланған, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-нан.
Кеше ғүмерен ҡыйған 18 йәшлек водитель танытманы ай ярым элек кенә алғаны билдәле. Күрәһең, тәжрибәһе етерлек булмаған...
Фото: ЮХХДИ.