Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2022, 22:00

Уларҙың хеҙмәте бөгөн айырыуса мөһим

Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара уҙҙы.

Уларҙың хеҙмәте бөгөн айырыуса мөһим
Уларҙың хеҙмәте бөгөн айырыуса мөһим

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының конференциялар залында граждандар оборонаһы ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте.

Йыйылған халыҡты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. "Граждандар оборонаһының роле хәҙер, кешеләрҙең ғүмеренә яңы, айырыуса ҙур хәүефтәр янағанда, айырыуса мөһим, – тип билдәләне ул. – Хеҙмәтегеҙ һәм оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт. Был хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Барығыҙға ла тыныслыҡ, сәләмәтлек, именлек һәм уңыштар теләйем".

Хеҙмәттәштәрен шулай уҡ идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡотланы.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветерандарының Башҡортостандағы Советы рәйесе Валерий Мәрүәнов ветерандарҙың йәш быуын менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, тупланған тәжрибәне һәм белемде тапшырыуы мөһимлеген, тәбиғи һәм техноген хәүефтәргә даими әҙер булыу кәрәклеген билдәләне.

Үҙ эшенең оҫталары төрлө кимәлдәге бүләктәр менән билдәләнде.

Сара патриотик концерт номерҙары менән тамамланды.

Мәғлүмәт, фото: ведомствоның "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Уларҙың хеҙмәте бөгөн айырыуса мөһим
Уларҙың хеҙмәте бөгөн айырыуса мөһим
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: