Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2022, 09:00

12 миллион һумлыҡ биҙәүестәр ҡайҙа?

Ҡыҙҙың һүҙҙәренсә, ниндәйҙер консалтинг фирмаһы уны ювелир салонына эшкә урынлаштырған. Унан иһә...

Эске эштәр министрлығы.
Фото:Эске эштәр министрлығы.

Үҙе эшләгән ювелир салонынан 12 миллион һумлыҡ биҙәүестәр урлап ҡасҡан 22 йәшлек ҡыҙ тураһында яҙғайныҡ. Кисә ул тыуған Дзержинск ҡалаһында ҡулға алынған һәм Өфөгә килтерелгән. Бында баш ҡаланың Киров районы суды уны бер ай ҙа 25 тәүлеккә һаҡҡа алды һәм енәйәт эшен тикшереү башланды.

Шуныһы, ҡыҙ янында биҙәүестәр булмаған. “Башинформ” агентлығы уның ҡайҙа булыуы тураһында фараздары менән уртаҡлашты.

– Ғәйепләнеүсе һүҙҙәренсә, ниндәйҙер консалтинг фирмаһы уны ювелир салонына эшкә урынлаштырған - изге ихтыяр ишараһы яһап, ярҙам иткән. Алмашҡа был фирма вәкиле затлы әйберҙәр һатыу менән шөғөлләнеүсе компанияға мәғлүмәт йыйырға ҡушҡан. Яҡынса мәғлүм буйынса, йәш ҡыҙҙың башын фирма вәкиле ҡатырған һәм уны бутаған. Ул уға ышанған. Һөҙөмтәлә, имеш, ул ҡыҙға ҡиммәтле әйберҙәрҙе йыйырға ҡушҡан, йәнәһе лә, уларҙы ялған биҙәүестәр менән алмаштырырға һәм витриналарға кире ҡайтарырға уйлағандар. Ләкин был килеп сыҡмай. Йәш хеҙмәткәр “эш”тең үҙ өлөшөн (күҙәтеү камераһына иғтибар итмәйенсә) үтәгән – фирманың ышаныслы вәкиленә алтын-бриллиантар һалынған ҡаптарҙы тапшырған, ләкин алмашҡа бер нәмә лә алмаған, – тигән “Башинформ”дың хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: