Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн ҡар яуыуы көтөлмәй, ел йүнәлешен үҙгәтертеүсән, талғын. Көндөҙ һауа температураһы –15, –20 градус.
Иртәгә, 8 декабрҙә лә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәтертеүсән, талғын. Термометрҙар төндә –20, –25, урыны менән –27, –32, көндөҙ –13, –18 градус күрһәтәсәк.
Йома, 9 декабрҙә, яуым-төшөм һиҙелерлек булмаясаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә –17, –22 градус, урыны менән –28 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ –11, –16 градус һыуыҡ көтөлә. Йәғни аҙна аҙағына тиклем һалҡын көндәр торасаҡ.
Сатлама һыуыҡтарҙа балаларҙы мәктәпкә ебәрергә мөмкинме?
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡыш һауа температураһының ныҡ түбәнәйгән осраҡта айырым сикте үткәндә балаларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин, ти. Әммә мәктәп, ниндәй температура булыуға ҡарамаҫтан, эшләйәсәк.
Имен булмаған һауа шарттарында дөйөм белем биреү ойошмалары билдәләнгән режимда эшләй һәм, санитар һәм эпидемиологик ҡағиҙәләргә ярашлы, бинала температураның ҡулай режимын тәьмин итеп, балалар күпме булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыу-тәрбиә процесын ойошторорға бурыслы. Һәр мәктәп көслө һыуыҡтарға бәйле дәрестәрҙе туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы, һауа шарттарын иҫәпкә алып, үҙ аллы ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр (юридик вәкилдәр) балаһының дөйөм белем биреү ойошмаһына барыуы тураһындағы һуңғы ҡарарҙы ҡабул итә, был хаҡта класс етәксеһенә хәбәр итә.
Башланғыс кластарҙа, I–IV кластарға тиклем, ауыл мәктәптәрендә дәрестәр –23 градустан түбән температурала, ҡала мәктәптәрендә –25 градустан түбән булғанда дәрестәр туҡтатыла.
Ауыл мәктәптәрендә V–IX класс уҡыусыларына һауа температураһы –25 градустан, ҡала мәктәптәрендә –27 градустан түбән булғанда мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. Ауыл мәктәптәренең юғары класс уҡыусыларына дәрестәргә – -30 градустан түбән һауа температура күҙәтелгәндә, ҡалала -32 градус булғанда мәктәпкә бармаһалар ҙа була.
Бындай осраҡтарҙа мәктәп директоры һауа температураһының түбән булыуын теркәй һәм мәктәпкә килмәү тураһында бойороҡ сығара. Бындай көндәрҙә балалар, техник шарттарҙы иҫәпкә алып, ситтән тороп уҡый.
Мәктәптә температура режимы ниндәй булырға тейеш?
Санитар нормалар буйынса, уҡыу бүлмәләрендә, тамаша залында, ашханала һәм башҡа урындарҙа һауа температураһы +18 градустан түбән булырға тейеш түгел. Йәғни мәктәп бинаһында, температураның санитар һәм эпидемиологик ҡағиҙәләрҙә билдәләнгән норманан түбән булған осраҡта, дәрестәрҙе үткәреүҙе тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: education.bashkortostan.ru.