Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Декабрь 2022, 16:38

Бәләгә тарымаҫ өсөн...

tomsk-tr.gazprom.ru
Фото:tomsk-tr.gazprom.ru

Ҡала ихаталарындағы уйын майҙансыҡтары һәр бәләкәс кешене үҙенә ылыҡтырып тора. Бөгөн бындай әүһәләктәр, таусыҡтар ауылдарҙа ла күпләп урынлаштырыла башланы. Һуңғы йылдарҙа уларҙың хәүефһеҙлек кимәленә ҙур иғтибар бирелә, был йәһәттән талаптар ҙа ҡәтғиләнә.

 

Тимер ҙә туҙа...

 

Мәсьәләнең көнүҙәккә әйләнеүе аңла­шыла ла, сөнки совет осоронда урынлаш­тырылған күп кенә тимер ҡоролмалар хәүеф сығанағына әйләнеп бара. Йылдар буйы тороп тутыҡҡан тимер киҫәгенең йә һынып төшөп, йә ауып баланы йәрәхәтләү осраҡтары, йыш булмаһа ла, осрап тора. Быйыл йәй Сибай янындағы балалар лагерында тимер конструкция аҫтында ҡалып, бер ғәйепһеҙ үҫмер зыян күрҙе. 2019 йылда Бөрө районындағы лагерҙа ошондай уҡ фажиғәлә 15 йәшлек үҫмер һәләк булғайны. Ихаталарҙағы тимер әүһәләктәрҙә ҡолап, таусыҡтарҙа шыуып, күпме бала зыян күрә.

Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләгә иғтибар бермә-бер артты. Хәҙер балаларҙың уйын майҙансығындағы ҡоролмалар башлыса пластиктан етештерелә, тотош биләмәгә мотлаҡ рәүештә йомшаҡ резина япма түшәлә. Ошондай уҡ талап парктарҙағы, мәктәптәр, лагерҙар ҡарамағындағы спорт майҙансыҡтарына ла ҡағыла.

Белеүебеҙсә, 2018 йылдың 17 ноябрен­дә Евразия иҡтисади союзының “Балалар уйын майҙансыҡтары өсөн ҡо­рамал­дарҙың хәүефһеҙлеге тураһында” техник регламенты үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, 2021 йылдың 1 декабренә балалар уйын комплекстарын тейешле хәлгә килтереү бурысы ҡуйыла.

Әлеге мәсьәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла даими контролдә тота. “Балалар майҙансыҡтары ниндәй бу­лырға тейеш һәм улар өсөн кем яуап­лы?” тигән темаға ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә Йәмәғәт палатаһы ағзалары, республи­каның Торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ ми­нистр­лығы, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Торлаҡ милекселәре ассо­циацияһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм башҡа ойошмаларҙан вәкилдәр ҡатнашып, әлеге һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.

– Бындай майҙансыҡтарға ихтыяж ҙур һәм республикала әлеге мәсьәләне хәл итеү өсөн күп эш башҡарыла. Башҡорт­остан Башлығы аҙналыҡ кәңәшмә барышында республикала йыл һайын 200 май­ҙансыҡтың сафҡа инеүе һәм ошо йү­нә­лештә тейешле аҡса бүленеүе тураһында белдергәйне. “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы ярайһы уҡ иркен биләмәле, заманса япмалы, тренажерҙар һәм башҡа ҡора­малдар булған уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелә. Уларға ҡағылышлы һорауҙар тыумай тиерлек. Әммә беҙ үткән быуатта уҡ төҙөлгән майҙансыҡтар өсөн дә яуап бирәбеҙ. Улар хәүефһеҙ түгел.

Был йәһәттән Йәмәғәт палатаһына республика халҡынан һорауҙар йыш килә. Һәр ваҡыт ялыу менән мөрәжәғәт итәләр, тип әйтеп булмай, тәҡдимдәр ҙә еткерелә. Яңы майҙансыҡтарҙы ла даими тикшереп торорға кәрәк, сөнки йә япмалар зыян күрә, йә ҡоймалар яңыртыуҙы талап итә. Был – даими эш, – тип билдәләне БР Йәмә­ғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова.

Быйыл августа Йәмәғәт палатаһы рес­пуб­ликаның барлыҡ биләмәһендәге балалар, спорт һәм йорттар янындағы уйын майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеген, таҙа­лығын һәм уңайлылығын тикшергән. Был эшкә урындағы хакимиәт вәкилдәре лә йәлеп ителгән.

– Тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙең күбеһе резина япма­ларҙың булмауына ҡайтып ҡала. Ҡайһы бер майҙансыҡтарҙа сифатһыҙ япма түшәлгән йәки эштәр дөрөҫ башҡарыл­маған. Ҡорамалдарға килгәндә, уларҙың күбеһе ҡулланыуға яраҡлы тип табылған. Күпмеһелер ремонт талап итә, һүтеп алыу, йәғни ҡулланыуға яраҡһыҙ тип билдәләнгән ҡорамалдар бер нисәү генә булған, – тине үҙенең сығышында БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова.

 

Ҡыш та – хәүефле осор

 

Тиҙҙән ауыл һәм ҡалаларҙа, ял базаларында боҙ майҙансыҡтар, ҡар тауҙары, катоктар эшләй башлаясаҡ. Улар ҙа бала­ларҙың яратып уйнаған урындарына әйлә­нә, әммә был осраҡта ла ябай ғына хәүефһеҙлек саралары тураһында оноторға ярамай.

Былтыр, 31 декабрҙә, Яңы йылды ҡар­шыларға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалған мәлдә, Октябрьский ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлде. Тауҙан шыуып төшкән туғыҙ, алты һәм дүрт йәшлек өс бала, шунда тор­ған “ГАЗель” автомобиленә бәрелеп, зыян күрҙе. Ғөмүмән, киҫкен боролоштары, трамплиндары булған тауҙан кеше ныҡ күп саҡта шыуыу хәүефле. Ундай урындар­ҙа балаға яңғыҙ, йәғни өлкәндәр ҡарауынан тыш шыуырға рөхсәт итмәгеҙ, ғаилә менән ял иткәндә лә һилерәк мәлде һайлағыҙ.

Күңелһеҙ осраҡтарға, бәлә-ҡазаға тарымаҫ өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бына ниндәй кәңәштәр бирә:

3 Һеҙҙән алда шыуып төшкән бала (оло кеше) ситкә китмәйенсә, тауҙан төшә башламағыҙ.

3 Аҫҡа төшөп еткәс, мөмкин тиклем етеҙерәк ситкә шылыу яйын ҡарағыҙ. Балалар менән тау шыуырға барһағыҙ, уларҙы төшкән урынында көтөп, тиҙерәк тороп баҫырға, боҙ юлды бушатырға ярҙам итегеҙ.

3 Тауҙың боҙло өлөшөн аша сыҡмағыҙ. Быны балағыҙға ла мөһим ҡағиҙә булараҡ һеңдерегеҙ. Өҫтән шыуып төшөп килеүсе булмаһа ла, тайып ҡолап, имгәнергә мөмкин.

3 Шыуыу юлына үтә яҡын тормағыҙ: ятып, аяҡ-ҡулын болғап төшөп килеүсе һеҙҙе ҡолатыуы, эләктереп алып китеүе ихтимал.

3 Башты ал яҡҡа йүнәлтеп, арҡаға йәки эскә ятып шыумағыҙ, иң яҡшыһы – алға ҡарап ултырып төшөү.

3 Әгәр шыуып барғанда ҡапыл юлығыҙҙа кеше пәйҙә булып, бәрелештән ҡотолоп булмаһа, ҡырын ятығыҙ, йәғни баш һәм аяҡ менән бәрелмәҫкә тырышығыҙ.

3 Иң хәүефлеһе – аяғүрә баҫҡан килеш шыуыу.

Бәләкәстәрҙең бала сағы имен үтһен, уйнайым, ял итәм тигән матур теләк менән аяҡ баҫҡан урында уларҙы хәүеф-хәтәр һағаламаһын!


Рәмзилә ӘХМӘТОВА, Өфө ҡалаһы:
– Ҡыҙым Йәсмингә дүрт йәш. Йортобоҙ янындағы балалар майҙан­сығында уйнарға ярата. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр сабый уйнағанда рә­хәтләнеп ял итеп ҡалырға тырыша, телефонға текләп донъяһын онота. Ейән-ейәнсәрен алып сыҡҡан өләсәйҙәр ҙә, бергә ҡушылһа, оҙон һүҙгә төшөп китеүсән. Ә бит уйын майҙан­сығын­дағы бала ла даими иғтибар талап итә. Шәхсән үҙем иң беренсе ҡомлоҡ­тоң торошон тикшерәм, сөнки йыш ҡына унда ярамаған әйбер ташлайҙар, быяла киҫәктәре табылып тора. Икенсе урындағы уйын майҙансығын күреп, ҡыҙым “Әсәй, уйнайым” тиһә, таусыҡтарға ла тәүҙә үҙем менеп ҡарайым, сөнки берәй баҫҡысы серек булыуы, ысҡынып тороуы ихтимал. 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: