Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала Яңы йыл төнөндә булған янғындарҙа ике ир-аттың ғүмере өҙөлгән.
Тәүге янғын Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында урынлашҡан кирбес йортта сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр утты һүндергәс, емереклектәр араһында 1966 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
1951 йылғы тағы бер ир кәүҙәһе Дыуан районының Ләмәҙ ауылында табылған. Бында Йәштәр урамында ағас йорт янып киткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмдәре һәм тәүтикшереүселәре янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Яңы йылдың тәүге таңы ла фажиғәле башланды. Иртәнге сәғәт 10-да ҡотҡарыусыларға Өфө ҡалаһының Воронеж урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, бер ҡатлы кирбес йортта төтөн сыҡҡанын күрә. Улар тиҙ арала утты ауыҙлыҡлай, әммә аҙаҡ ике кәүҙә таба. Улар 1947 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәм 1941 йылғы ир-ат булып сыға.
Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе эшләй.
Янғын бик ҡурҡыныс, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Түшәктә, бигерәк тә иҫерек килеш һәм ныҡ йоҡо килгән саҡта тартмағыҙ. Электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ, төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланығыҙ. Мейес яғырға йыйынһағыҙ – бында ла һаҡ булғыҙ, яғыу өсөн яғыулыҡ шыйыҡсаларын файҙаланыу тыйыла.
Янғын ваҡытында 101 йәки 112 шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.