Өфө янындағы Федоровка ауылында көслө янғын булған – ағас йорттан 13 кешене, шул иҫәптән ете баланы эвакуациялағандар. Утта 42 йәшлек ҡатын зыян күргән, уны дауаханаға оҙатҡандар.
“80 квадрат метр майҙанды биләгән янғын 14:53 сәғәттә ҡамап алынды, ә 15:08 сәғәттә һүндерелде. Янғын һәм ваҡиға сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ”, – тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын иҫкәртеү ҡорамалының иҫкәртеүе арҡаһында ғаилә ваҡытында йорттан сығып өлгөргән.
Шулай уҡ бөгөн Ишембай районының Яңы Әптек ауылында 8х35 метр майҙанлы кирбес йортта ут сыҡҡан. Ҡотҡарыу эше барышында 1954 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәре белдереүенсә, йортта өс өлкән кеше йәшәгән, уларҙың икәүһе, янғын иҫкәртеү ҡорамалы тауышын ишетеп, үҙаллы йорттан сығып өлгөргән.
Тағы ла иҫкәртәбеҙ, ут хаталаныуҙы, битарафлыҡты, хаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: @mchsrb.