Православие динендәгеләрҙең төп байрамдарының береһе яҡынлаша – Крещение көнө. Ул 19 ғинуарҙа билдәләнә. Был көндә кешеләр мәкегә сума. Башҡортостанда быйыл ошо маҡсатта 97 урында мәке уйыу планлаштырыла. Был урындарҙа ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. Мәкеләр яндырау һәм баҫҡыстар менән йыһазландырыласаҡ.
Ҡариҙел районында – Байҡы ауылында йылға буйында. Ҡырмыҫҡалы районында – Олокүл ауылындағы һыу ятҡылығы. Краснокама районында – Николо-Березовка ауылында Кама йылғаһы буйында. Нефтекама ҡалаһында – Светлый күлендә. Ағиҙел ҡалаһында – Апайш күлендә. Күгәрсен районында ике мәке буласаҡ: Семенов-Петровское ауылында – Иртүбәк йылғаһы буйында һәм Мораҡ ауылында – Оло Эйек йылғаһында. Көйөргәҙе районында – Ермолаев ауылында быуала. Күмертау ҡалаһында – ҡала быуаһында. Кушнаренко районында – Тарабирҙе ауылында күлдә.
Мәләүез районында һыуға сумыу өсөн туғыҙ урын барлыҡҡа киләсәк: Мәләүез ҡалаһында – Ағиҙел йылғаһы пляжында, Ергән ауылында – Ағиҙел йылғаһында, Нордовка ауылында – Ашҡаҙар йылғаһында, Нөгөш ауылында – Йылы күлендә, Воскресенское ауылында – Тор йылғаһында, Корнеевка ауылында – Сухайла йылғаһында, Иҫке Муса ауылында – Ағиҙел йылғаһында, Васильевка ауылында – Ағиҙел йылғаһында, Конаревка ауылында – Изге шишмәлә. Мәсетле районында Кесе Ыҡтамаҡ ауылында – Бурһыҡ йылғаһында, Мишкә районының Камай ауылында – Бөрө йылғаһында. Миәкә районындағы Илсеғол ауылында – Изге шишмә янында. Нуриман районында өс мәке уйыласаҡ: “Кила бухтаһы” ял базаһында, Ҡыҙыл Ключ ауылы – “Ҡыҙыл Ключ” паркында, Нимесләр ауылы күлендә.
Салауат районында – Комсомол ауылындағы изге “Ҡорғаҙаҡ” сығанағында. Стәрлетамаҡта – Ашҡаҙар йылғаһы пляжында. Салауат ҡалаһында – Ағиҙел йылғаһында. Туймазы районында өс мәке уйыласаҡ: Туймазыла – Изге Андрей сиркәүе биләмәһендә, Үрге Троицк ауылы быуаһында һәм Воздвиженка ауылында.
Октябрьский ҡалаһында – “Спартак” спорт-һауыҡтырыу күлендә. Өфө районында дүрт урында мәке уйыласаҡ: Подымалово ауылындағы быуала, Ҡыҙыл яр ауылында Ағиҙел йылғаһында, Николаевка ауылындағы быуала, Чесноковка ауылында Бәрҫеүән йылғаһында. Учалы районында ике урын буласаҡ: Учалы быуаһында һәм Миндәк ауылы Миссили күлендә.
Фёдоровка районында ике купель эшләнәсәк: Яңы Михайловка ауылында Ашҡаҙар йылғаһы буйында – Покровка-Еннатский монастыры купеле, Фёдоровка ауылындағы быуала. Хәйбулла районында ике мәке: Аҡъяр ауылында – Таналыҡ йылғаһы буйында һәм Буребай ауылында – Бүребай йылғаһында. Саҡмағош районында – Йомаш ауылында быуала. Шишмәлә – Ҡалмаш һыуһаҡлағысында “ЖБЗ” биҫтәһендә. Яңауылда – Яңауыл йылғаһында.
Өфөлә ете урында – ҡаланың һәр районында берәр мәке уйыласаҡ.
Автор фотоһы.