"Дәүләт хеҙмәттәре Авто" ҡушымтаһында водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ унда СТС-тың - транспорт сараһы таныҡлығының һанлы күсермәһе бар, ул - автоинспекторҙар водителдәрҙән талап иткән икенсе төп документ. Был Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң мәғлүмәт һәм Эске эштәр министрлыҡтарының берлектәге хеҙмәте һөҙөмтәһендә мөмкин булған.
"Дәүләт хеҙмәттәре Авто" мобиль ҡушымтаһы 2021 йылдан эшләй. Әле уның менән 2,5 миллиондан ашыу водитель файҙалана.
Электрон документтарҙы нисек күрһәтергә:
Водитель таныҡлығын һәм транспорт сараһы таныҡлығын (СТС) интернетһыҙ ҙа ҡушымта ярҙамында электрон формала күрһәтергә мөмкин. Ҡушымтала түбәндәге мөмкинлектәр бар:
- электрон водитель танытмаһы,
- электрон транспорт сараһы таныҡлығы,
- европротоколды онлайн төҙөү,
- штрафтар түләү һәм уларға ялыу биреү,
- автомобилде тикшереү сервисы,
- автомобилде теркәүгә һәм водитель таныҡлығын алмаштырыуға яҙылыу.
Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: ҡушымтала электрон документтар булған хәлдә лә, водителдәрҙең үҙҙәре менән ҡәҙимге водитель таныҡлығы булырға тейеш.
"Дәүләт хеҙмәттәре Авто" мобиль ҡушымтаһын түбәндәге сервистар аша ҡуйырға мөмкин:
* RuStore
* Google Play
* App Store
* AppGallery
Фото: Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң мәғлүмәт министрлығы.