Был хәл былтыр йәй, 20 августа, Көйөргәҙе районында булды. 61 йәшлек ир 57 йәшлек ҡатыны менән ВАЗ-2111 автомобилендә күрше ауылға барып килергә була. Бында улар таныштарына хужалыҡ буйынса ярҙам итә, ә һуңынан табын ҡоралар. Иртәгәһенә ҡайтырға сығыр алдынан “баштары ауыртҡас” йәнә самогон эсәләр. “Башты төҙәткәс” иһә ҡайтырға сығып китәләр. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.
Арыҫлан-Әмәкәс ауылы янында водитель ир машинаһын ҡыуа башлай. Тиҙлек сәғәтенә 90 километрға еткәс, автомобиль тәгәрмәстәре соҡорға эләгә һәм юлдан осоп сыға. Һөҙөмтәлә, машина кемдеңдер участкаһында ғына туҡтап ҡала.
Водитель аңына килгәндә ҡатынының ыңғырашҡанын ишетеп ҡала. Ул иренә үҙенең үлеп барыуы тураһында әйтеп өлгөрә һәм бәхилләшә. Бер ни тиклем ваҡыттан килеп еткән табиптар ҡатындың һәләк булыуын раҫлай. Ә иргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.
Ошоға тиклем эште тикшереү барҙы һәм күптән түгел, ғәйепле иргә ҡарата ҡарар ҡабул ителде. Уны өс йылға колония-поселениеға ултырталар. Суд ирҙең ғәйебен таныуын һәм тәфтишселәргә эште тикшерергә ярҙам иткәнен иҫәптә тота.
Эскән килеш руль артына ултырғаны етмәгән, өҫтәүенә тормош иптәшен һәләк иткән ир, моғайын, был хәлдән һуң аҡыл алғандыр. Тик бергә ғүмер кисергән кешене генә ҡайтарып булмай шул. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөү - бик мөһим шарт. Ошолар тураһында онотмаһаҡ ине.
Фото: "КП-Өфө".