Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2023, 18:03

Быйыл янғындар өс тапҡырға артҡан

Күп осраҡта төндә һәләк булалар.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, республикала янғынға бәйле хәл киҫкен тора. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғинуарҙа республикала 39 кеше һәләк булған, йәғни былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Ошо сәбәпле ул республика халҡына мөрәжәғәт итте.

– Ете янғында бер юлы икенән дүрткә тиклем кеше һәләк булды: Өфө ҡалаһында, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Ишембай һәм Ейәнсура райондарында. Шуны ла билдәләп үтәм: 16 ғинуарҙа “ҡара дүшәмбе” булды – янғындарҙа алты кешенең ғүмере өҙөлдө. Фажиғәнең төп сәбәптәре билдәле: тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын тейешенсә урынлаштырмау һәм файҙаланмау, мейестәрҙе дөрөҫ ҡулланмау, – тине Фәрит Ғүмәров.

Ведомство етәксеһе белдереүенсә, тышта һыуыҡ, һәм күптәр өйҙә йәки верандала тәмәке тарта. Ғинуар янғындарында 13 кешенең һәләк булыуының яҡынса сәбәбе тап ошо хәл булған. Шуға ла фажиғәгә тарымаҫ өсөн, һүндерелмәгән тәмәкене ырғытмаҫҡа, бина эсендә тәмәке тартмаҫҡа кәңәш ителә.

Ғинуарҙа электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында утта – 15, мейес йылытыуҙы дөрөҫ ойоштормау һәм файҙаланыу арҡаһында алты кеше һәләк булған.

Шуны билдәләргә кәрәк: торлаҡты янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа һөҙөмтәле сара булып тора. Ошо бәләкәй сиреналар ярҙамында республикала 934 кеше, шул иҫәптән 341 бала ҡотҡарылған. Мәҫәлән, 10 ғинуар таңында Нуриман районында янғын һүндереү ҡорамалының тауышынан уянған биш кеше, шул иҫәптән өс бала, янған йорттан сығып өлгөргән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 1 февралгә ҡарата республикала 513 янғын теркәлгән, ә былтыр ошо мәлгә 445 осраҡ булған. Янғын эҙемтәләре тағы ла аяныслыраҡ – 39 кеше һәләк булған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк, йәғни 2022 йылда 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 27 кеше йәрәхәт алған.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда кис һәм төндә булған янғындарҙа күп кеше һәләк булған: 00.00 – 6.00 сәғәттәрҙә – 70 кеше (30 процент), 18.00 – 24.00 сәғәттәрҙә – 59 кеше (25,3 процент), 06.00 – 12.00 сәғәттә – 52 кеше (22,3 процент). Шулай уҡ аҙнаның шәмбеһендә һәләк булыусылар күп – 52 кеше, дүшәмбе – 37, йома – 36.

Утта һәләк булғандарҙың күбеһе – пенсионерҙар һәм эшһеҙҙәр. Янғындың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү (62,3 процент), боҙоҡ электр ҡорамалдарын файҙаланыу (19,4 процент).

16 муниципаль берәмектә янғында һәләк булыусыларҙың һаны артыуы күҙәтелгән: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Благовещен, Бөрө, Бөрйән, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ райондарында.

Янғын ваҡытында иҫерек булыу, йоҡлау, ауырыу, өлкән йәшкә етеү, ут тураһында һуңлап хәбәр итеү, ҡаушап ҡалыу үлемгә сәбәпсе икән. Йышыраҡ ир-егеттәр һәләк була, улар 71 процент тәшкил итә.

Әлбиттә, был күрһәткестәр ҙур борсолоу тыуҙыра. Уйланығыҙ, кемдер яҡынын, туғанын, дуҫын юғалтҡан, күпме бала атай-әсәйһеҙ ҡалған...

Фәрит ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе:

– Эскән туғанда­рығыҙҙы, дуҫта­рығыҙҙы даими ҡарап тороғоҙ, шулай уҡ балаларҙы ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

Балаларығыҙ менән бергә ут сыҡҡан осраҡ­та хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тәртибен өйрәнегеҙ. Был һаҡланыу тәртибен белгән осраҡта күп кенә фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа мөмкин.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү ҡайғыға, туғандарҙың, яҡындарҙың күҙ йәшенә килтерә, шуға күрә һәр ваҡыт  талаптарҙы теүәл үтәгеҙ. Туғандарығыҙға һәм башҡаларға уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ. Бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы утҡа бәйле фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ.

Утты үҙаллы һүндерергә тырыш­мағыҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ “101”, “112” телефондарына шылтыратығыҙ.

- Р. ХӨСНУЛЛИНА

Читайте нас: