Бөгөн иртәнсәк Төркиә һәм Сүриәлә булған ҡот осҡос ер тетрәүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек. Иң ҙур тетрәнеү Төркиәнең көньяғында, халҡы 1 миллиондан ашыу булған Газиантеп ҡалаһы янында булғайны. Эпицентр ҡаланан 37 километр алыҫлыҡта, 10 километр тәрәнлектә ер аҫтында тип хәбәр иттеләр. Тәүге тетрәүҙән һуң Төркиәлә генә 32 афтершок теркәлгән, уларҙың алтыһының магнитудаһы 6-нан юғарыраҡ. Сүриә провинцияларында ла ошондай осраҡтар билдәле. Ер тетрәүҙең магнитудаһы 7,8-гә тиң тип баһалана.
Ил халҡы иртәнге тетрәнеүҙән һуң емереклектәрҙе бөтөрөү һәм кешеләрҙе ҡотҡарыу менән шөғөлләнә генә башлағайны, төштән һуң Европа-Урта диңгеҙ үҙәгендә һәм Төркиәнең көнсығышында, үҙәк өлөшөндә йәнә 7,7 магнитудала ер тетрәү осраҡтары булған. Был юлы уны Грузияның Батуми ҡалаһында ла тойғандар. Шулай уҡ Абхазияла ла тирбәлештәр булған.
Тәбиғәт ғәрәсәтенән һуң, Төркиәнең көньяғында электр һәм интернет бәйләнеше өҙөлгән. Бер нисә ҡаланың, шул иҫәптән Адананың аэропорты эшен туҡтатҡан. Сүриәлә нефть базалары эшен туҡтатҡан, бында яғыулыҡ ҡойолоу осраҡтары бар.
Әлегә билдәле һуңғы һандар шундай: Төркиәлә 1014 кеше һәләк булған, 5385 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар арта ғына. Беренсенән, әле емереклектәрҙе тулыһынса тикшереп бөтмәгәндәр, икенсенән, ер тетрәү осраҡтары ҡабатланыуы ихтимал. Төп тетрәү үтһә лә, йорттар әленән-әле емерелеп төшә.
Шулай уҡ Сүриәлә лә яңы тетрәүҙәр булған. Улар Дамаск, Латаки ҡалаларында теркәлгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бында 592 кеше һәләк булған, меңәрләгән кеше йәрәхәтләнгән. Был һандар сәғәт һайын үҙгәреп тора һәм ҡорбандар тағы ла артасаҡ.
Рәсәй властары хәбәр итеүенсә, әлегә илебеҙ граждандары үлеме тураһында хәбәр юҡ. Президентыбыҙ Владимир Путин Рәжәп Эрдоганға ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәргән һәм шуай уҡ ярҙам итергә әҙерлеген белдергән.