Башҡортостандан Төркиәгә ҡот осҡос ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итергә киткән ирекмән-ҡотҡарыусылар биш кешене ҡотҡарған һәм 17 һәләк булған кешене сығарған. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
– Улар 14 йәшлек малайҙы һәм уның ата-әсәһен тапҡан һәм ҡотҡарған. Тағы ла ике кешене – 41 йәшлек ҡатынды һәм 18 йәшлек егетте беҙҙең ирекмәндәрҙең Торин ҡушаматлы ҡотҡарыусы эте тапҡан, – тине Фәрит Ғүмәров. – Беҙҙең ҡотҡарыусылар һөҙөмтәгә ынтыла, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла, үҙен йәлләмәйенсә, ялһыҙ эшләне. Шуға күрә һөҙөмтә булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмән-ҡотҡарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Улар бер генә кешене булһа ла ҡотҡарһа, тимәк, унда барыуҙары бушҡа түгел. Улар биш кешене ҡотҡарған. Төркиәләге вәкилебеҙгә рәхмәт, һәйбәт эшләне. Минеңсә, беҙҙең ирекмән-ҡотҡарыусылар алдында торған бурыстар был аҙнала тамамланырға тейеш. Унда артабан техника эшләйәсәк. Был аҙнала уларҙы кире ҡайтарырға кәрәктер, моғайын. Улар үҙҙәренең бурысын үтәне. Төркиә яғы менән кәңәшләшегеҙ, – тип йөкләмә бирҙе Башҡортостан Башлығы.
Фото: социаль селтәрҙәр.