Бөгөн кискә ҡарай баш ҡалала ҡылынған ҡурҡыныс енәйәт тураһында хәбәр таралды. Менделеев урамындағы күп ҡатлы йорттоң тәҙрә аҫтында оло йәштәге ҡатындың үле кәүҙәһен тапҡандар. Асыҡланыуынса, уны үҙе йәшәгән етенсе ҡаттағы фатирының балконынан ташлағандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын иҫән түгел.
Ә был енәйәтте башҡарған кеше фатирҙа ҡалған һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар – әсәй менән ул кеше. “Маш Баташ” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Лилиана Ә. был йортта улы менән йәшәгән. Күршеләре әйтеүенсә, ҡатын алсаҡ, аралашыусан булған, ә бына 50 йәшлек улы кеше менән һөйләшмәгән, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, наркотиктар ҡулланған.
Бөгөн ир нимәгәлер ҡыҙып китеп, тәҙрә аша әйберҙәрҙе һәм йыһаздарҙы ырғыта башлаған. Аҙаҡ 83 йәшлек әсәһен дә ташлаған. Үҙенә ҡул һалған ирҙең бармағы һәм енси органдары булмаған, тиелә. Әле был ҡот осҡос хәлде тәфтишселәр тикшерә.
Фото: Уфа1