Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2023, 10:25

Алдағы аҙналарҙа ҙур һыу көтөлә

Бөгөн ниндәй йылғаларҙа һыу кимәле артҡан? Хәл дәүләт комитеты контролендә. 

Алдағы аҙналарҙа ҙур һыу көтөлә
Алдағы аҙналарҙа ҙур һыу көтөлә

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылына күпер – Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты контролендә, бында Оло Юшатыр йылғаһында һыу күтәрелгән. Ауылға Ҡыҙыл Маяк ауылы аша барып була. Әле бөтәһе туғыҙ муниципалитеттағы туғыҙ һыу баҫҡан биләмә контролдә.

3 апрель иртәһенә ҡарата түбәндәге йылғаларҙа һыу киләме артҡан:

  1. Ағиҙел – 3350 см (+218 см, хәүефле кимәл – 70000 см)
  2. Иҙәк – 184 см (+69 см, хәүефле кимәл – 349 см)
  3. Нөгөш – 1048 см (+59 см, хәүефле кимәл – 1872 см).

Алдағы аҙналарҙа республика йылғалары боҙҙан әрселеп бөтәсәк – тимәк һыу артабан да күтәреләсәк. Бәләкәй дала йылғаларында был аҙнала уҡ һыуҙың максималь кимәле килеүе ихтимал. Ағиҙел йылғаһы бассейнының башҡа йылғаларында ташҡындың пигы апрелдең икенсе декадаһында – ғәҙәти ваҡыттан 11-14 көнгә алдараҡ көтөлә.

Ташҡын буйынса оператив мәғлүмәтте “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова тапшырҙы.

Фото А. Корицкий. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас