Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Иглин районындағы 2-се Иглин мәктәбендә 7-се класс уҡыусыһы класташтарына ҡайсы менән һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә ике ҡыҙ яраланған.
Төбәк Тәфтиш идаралығынан белдереүҙәренсә, 13 йәшлек ҡыҙ 13 һәм 14 йәшлек ҡыҙҙарҙы яралаған. Ведомство әле тикшереү башлаған. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ла инциденттың сәбәптәрен асыҡлау буйынса комиссия төҙөгән.
“Класташтарына зыян килтергән уҡыусы дөйөм белем биреү ойошмаһының педагог-психологы контролендә торған, уҡыу йылы дауамында уҡыусы менән иҫкәртеү саралары үткәрелгән. Педагог-психологтың эшмәкәрлеге тикшереләсәк”, – тип белдергәндәр министрлыҡтан “РБК Өфө” мәғлүмәт агентлығына.
Иглин районы мәктәбендә булған инцидентҡа бәйле, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡушыуы буйынса, балалар коллективтарында эҙәрлекләү осраҡтарын иҫкәртеү (буллинг) мәсьәләһе буйынса эшсе төркөм етәксеһе Тамара Танһыҡҡужина урынға сығасаҡ. Депутат ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн райондың мәғариф бүлеге, мәктәп хакимиәте вәкилдәре менән осрашасаҡ. Был осраҡ эшсе төркөмдөң киләһе ултырышында тикшереләсәк. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре саҡырылған.
Мәғлүм булыуынса, был уҡыусы бер ҡыҙҙың ҡулын, икенсеһенең муйынын ҡырҡҡан. Балаларға ярҙам күрһәтелгән, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
“КП Өфө” баҫмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙың иптәштәренең мыҫҡыллауҙарына түҙмәй ошо аҙымға барыуы ла ихтимал.
Фото: Башкирия Online