Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Июнь 2023, 14:00

Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан

Бер нисә районда эре боҙборсаҡ яуған...

Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан

Мәғлүм булыуынса республиканың бер нисә районында көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуған, йәшен дә булған. Мәҫәлән, Белорет районының Әзекәй ауылында боҙборсаҡ яуған. Тирлән ауылында иһә ике ҡатлы йортто йәшен атҡан. Ваҡиға урына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре сыҡҡан. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Айырыуса Бөрйән районында ла көслө ямғыр, эре боҙборсаҡ яуған. Мәҫәлән, Байназар ауылында ямғыр һыуынан йылғалар хасил булып, ташып, баҡсаларға ла зыян килтергән.

Фото: социаль селтәрҙән.

Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Ике ҡатлы йортто йәшен атҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: