Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель , 18:40

Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән

Өфөлә тағы ла көслө авария теркәлде...

Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән
Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән

Бөгөн, 19 апрелдә, көндөҙ Өфөнөң Калинин районының Седов урамында “Парус” сауҙа үҙәге ҡаршыһында 11 автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 62 йәшлек водитель идара иткән “Форд Транзит” микроавтобусы тормозы ватылып, светофорҙың ҡыҙыл сигналына туҡтай алмай. Бер йүнәлештә идара иткән транспортҡа бәрелмәҫ өсөн ул ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм башта бер автомобиль менән бәрелешә, һуңынан бәрелеш көсө уны кире үҙ һыҙатына ырғыта, унда ул икенсе автомобилгә һуғыла. Артабан бер-бер артлы инерция буйынса тағы ла һигеҙ транспорт сараһы төкөлә. Дөйөм алғанда 11 автомобиль механик зыян күрә. Медицина ярҙамы һорап өс кеше мөрәжәғәт итә.

Билдәле булыуынса, “Форд Транзит” автобусы маршрутта булмаған һәм пассажирҙарһыҙ ремонтҡа китеп барған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы ентекләп өйрәнелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йома кисен, ял һәм байрам көндәрендә көсәйтелгән тәртиптә эшләй, рейдтарға сыға. Был иҫкәртеү саралары аварияларға, фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында ойошторола.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Ялдарығыҙ матур, юлдарығыҙ имен булһын.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @bash_gibdd.

Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән
Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән
Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән
Бер юлы 11 автомобиль зыян күргән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: