Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 19:00

Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙы йөрөмәй икән...

Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды

Бөгөн, 21 ноябрҙә, иртәнсәк Саҡмағош районында 78 йәшлек ирҙең янғында һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙы йөрөмәй икән – бөгөн тағы ла өс кешенең утта һәләк булыуы тураһында мәғлүм булды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет, Күгәрсен райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында янғында тағы ла кешеләр һәләк булған.

Атап әйткәндә, Белорет районының Ломовка ауылында бүрәнә йорт янған. Янғын һүндереүселәр килгәндә йорт тәҙрәләренән ялҡын бөркөп торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 87 йәшлек ирҙе үле көйөнсә табалар.

Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһының Московка биҫтәһендә кирбес йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгәндә 30 квадрат метр майҙанды ут ялмап алған була. Янғынды һүндергән саҡта иҙәндә 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар.

Күршеләре әйтеүенсә, улар төтөн күреп, өйгә йүгереп килә, шул мәлдә өйҙән хужа сығып, “барыһы ла яҡшы” тип хәбәр итә. Бер аҙҙан ул өйөнә инеп китә. Күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.

Тағы ла бер янғын Күгәрсен районының Мораҡ ауылында теркәлгән. Унда 54 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе ике осраҡ буйынса ла тикшереү алып бара.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Бөгөн дүрт кеше янғында һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: