Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 ғинуарға ҡарай төндә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында көслө янғын булған.
Мәғлүм булыуынса, 7х9 метр ҙурлығында шәхси йорт янған. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән саҡта 62 йәшлек ирҙең һәм 83 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.
Көндәр һалҡынайтҡан һайын янғын сығыу хәүефе арта. Шуға күрә лә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, балаларҙы һәм өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.