Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар , 18:15

Водитель ваҡиға урынында һәләк булған

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Учалы районында теркәлгән.

Водитель ваҡиға урынында һәләк булған
Водитель ваҡиға урынында һәләк булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары көн һайын булып тора. Кисә Белорет - Миәс - Учалы автомобиль юлының 104-се саҡрымында "Киа Соренто"ның 45 йәшлек водителе 51 йәшлек водитель идара иткән "Хово" йөк автомобиле менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе көслө бәрелеүҙән ваҡиға урынында уҡ йән биргән.

Авария сәбәптәре тикшерелә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Фото: телеграм

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Водитель ваҡиға урынында һәләк булған
Водитель ваҡиға урынында һәләк булған
Автор: Карима Усманова
Читайте нас