26 ғинуарҙа кисен Өфөнөң Орджоникидзе районындағы 3-сө Коллектив баҡсала янғын булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм муниципаль янғын һағы янғын һүндереүселәре ике ҡатлы кирбес баҡса йорттағы утты һүндергән саҡта 85 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм оператив-тикшереү төркөмө урында янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Янғын ваҡытында 101 йәки 112-гә шылтыратығыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.