

Дыуан районында булған фажиғәле хәл тураһында хәбәр иткәйнек. Һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалған бәләкәй бала батып үлә. Уны юғалған еренән ете километр түбән урында табалар.
Был хәлдән һуң социаль селтәрҙәрҙә төрлө хәбәрҙәр барлыҡҡа килде. Имеш, баланың 24 йәшлек әсәһе иҫерек килеш ярҙа йоҡлап ятҡан, ә олатаһы менән өләсәһе, шулай уҡ иҫереп алғас, ҡармаҡҡа тип ҡайтып киткән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы ашығыс хеҙмәттәрҙәге үҙ сығанағына таянып, был мәғлүмәтте дөрөҫлөккә тура килмәй, ти.
– Бәләкәй бала менән ғаилә яр буйында ял итә. Өлкәндәр араһында уның әсәһе, өләсәһе, шулай уҡ башҡа өлкәндәр һәм балалар була. Бер мәлдә өләсәһе компаниялағы бер кеше менән ҡармаҡ алып килергә тип китә. Әсәһе бала өләсәһе менән киткән тип уйлай һәм машинаға инеп ултыра. Ләкин һуңғараҡ баланың ярҙа ҡалғаны асыҡлана. Хатаны аңлағас, ул балаһын эҙләй башлай. Малай иһә ярға яҡын килә һәм һыуға ҡолап төшә, – тигән сығанаҡ.
Баланың туғандары иҫерек булған, ә әсәһе йоҡлап ятҡан тигән мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Эйе, өлкәндәр шашлыҡ ҡурған, ләкин иҫеректәр булмаған.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".